1. Родителям
  2. Новости
  3. Бөйөк Еңеү көнө менән!

Бөйөк Еңеү көнө менән!

Май 14, 2019 Просмотров: 45

Бөйөк Еңеү көнө менән!

   Ғүмер тигәндәрең  һиҙҙермәй генә үтә лә китә икән. Еңеү яҙы килеүгә  74 йыл да булып китте.Йылдар үткән һайын. ваҡиғалар ҙа беҙҙән алыҫлаша. Әммә һуғыш тураһындағы ауыр хәтирәләр иҫтән сыҡмай, күңелдә һаҡлана. Ә инде яңы быуын был хаҡта китаптан уҡып, кинолар ҡарап, ололарҙың һөйләүе аша ишетеп кенә белә. Нисек булмаһын халыҡ яҙмышын улай ғына ла түгел, донъя яҙмышын хәл иткән Бөйөк Ватан һуғышының барлыҡ фажиғәләре, барлыҡ дөрөҫлөгө үткән һәм бөгөнгө быуын кешеләренә генә түгел, киләсәк өсөн дә һабаҡ ул.  Йыл һайын 9 май байрамы беҙҙең Айыусы ауылында ла бик матур үтә.  Һәйкәл янына мәктәп уҡыусылары ла, ауылдың барлыҡ йәштәре лә, тол ҡалған өләсәйҙәр ҙә, бәләкәй балалар ҙа үҙҙәренең күңел йылыларын ошо таштағы исемлеккә бирергә берҙәм йыйылалар.

Хәтерләүҙәр, сәскә һалыуҙар, күңелде тетрәткес шиғырҙар, йырҙар, күҙ йәштәре.

    Быйылғы йылда ла байрамыбыҙ гөрләп үтте. Бигерәк тә мәктәп уҡыусыларының һәм “Юрматы”фольклор ансамбленең сығыштарын халыҡ бик йылы ҡабул итте.