Бөтә Рәсәй экологик субботнигы
Май 7, 2019
Просмотров: 40
Айыусы ауылдында, 27 апрелдә , “Ашҡаҙар“радиоһы хеҙмәткәрҙә-ре менән берлектә “Ашҡаҙар” аллеяһында ҡарағай ағастары ултыртылды. Сара ҡунаҡтарҙы ҡаршылау менән башланып китте. Уҡыусылар ҡунаҡтар менән танышҡандан һуң, “Ҡаһым Түрә” стелаһына һәм “Ашҡаҙар” йыры һәйкәленә “Ашҡаҙар ” хеҙмәткәрҙәре , Айыусы ауылы халҡы менән берлектә сәскәләр һалынды. Байрамыбыҙ уҡыусылар, ауыл халҡы һәм ҡунаҡтар менән ҡарағай ағастары ултыртыу менән дауам итте. Байрам Айыусы ауылының мәҙәниәт йортонда , Өфө ҡалаһынан килгән артистар концерт күрһәтеү менән тамамланды. Сара бик күңелле , фәһемле, матур үтте. “Ашҡаҙар ”радиоһы хеҙмәткәрҙәренә һәм килгән артистарға.