"Ватанды һаҡлаусылар көнө"нә арналған "Атай-ғаилә терәге"
Февраль 19, 2025
Просмотров: 863
Байрам күңелле үтте,
Балалар бик шатланды.
Ҡунаҡҡа килгән атайҙар
Ихлас ныҡ ҡыуанды!
Бөгөн,Рим Янғужин исемендәге Айыусы ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең мәктәпкәсә төркөмөндә хәрби - патриотик тәрбиә биреү маҡсаты менән "Ватанды һаҡлаусылар көнө"нә арналған "Атай-ғаилә терәге" исемле байрам иртәлеге ойошторолдо.Ике командаға бүленеп атайҙар һәм балалар көстәрен һынаштылар. Иртәлек йыр,шиғыр һәм күңелле уйындар менән оҙатылып барҙы."Автомат йыйыу","Элемтәсе","Бадминтон" ярыштарында ҡыйыулыҡтарын,етеҙлектәрен күрһәттеләр атайҙар.Интеллектуаль һорауҙар конкурсында ла һынатманылар. Байрам күңелле һәм ҡыҙыҡлы үтте.
Күтәренке кәйеф менән таралышты атайҙар.
Хөрмәтле атайҙар, олатайҙар! Һеҙҙе батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ байрамы — "Ватанды һаҡлаусылар көнө" менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ҡоростай ныҡлы һаулыҡ , ғаилә бәхете , эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ! Күк йөҙө
һәр саҡ аяҙ , илебеҙ тыныс булһын!
#Ватандыһаҡлаусыларкөнө
#МобуСошсАючевоДошкольнаяГруппа
#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултай #башҡорттар #башкиры #спорт #СтәрлетамаҡРайоны #СтерлитамакскийРайон #ТрезвоеСело2024 #АйыҡАуыл2024 #ФСГО #ФондГрантов
От Эльвиры Салишевой