«Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант»
Апрель 25, 2024
Просмотров: 1050
Акцияның девизы: «Тел – халҡыбыҙҙың рухи байлығы»..
Акцияның рәсми хештегтары:
#башҡорттелендәдиктант
#башдиктант/#башдиктант2024
#диктантпобашкирскомуязыку
#башҡортсадиктантяҙам
Акция 2024 йылдың 27 апрелендә 11.00 сәғәттә онлайн һәм офлайн форматтарҙа башлана.
Акцияның онлайн форматы «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында, Акцияның рәсми сайтында, Акцияны ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәре сәхифәләрендә 11.00 сәғәттә башлана: 11.00 сәғәттән 11.25 сәғәткә тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр диктант яҙа; 11.30 сәғәттән 12.00 сәғәткә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар диктант яҙа; 12.05 сәғәттән 12.30 сәғәткә тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант яҙа.
Диктантты тура эфир ваҡытында, шулай уҡ рәсми сайттағы һәм ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәре сәхифәләрендәге тура эфирҙың яҙмаһын ҡарап яҙырға һәм эштәрҙе 2024 йылдың 29 апреленең 23.59 сәғәтенә (Өфө ваҡыты буйынса) тиклем ебәрергә мөмкин.
Онлайн форматта диктант яҙыусыларҙың эштәренең фотоһы йәки скан күсермәһе bashdictant2024@mail.ru электрон почта адресына йәки @bash_dictant_bot «Телеграмм» мессенджеры чат-ботына ҡабул ителә.